Унда Рәсәйҙән һәм яҡын сит илдәрҙән йөҙҙәрсә тюрколог ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, республика Фәндәр академияһы рәйесе Әлфис Ғаязов, Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Александр Дегтярев ҡатнаша. Сараның төп маҡсаты – киләсәккә тарих һәм заман күҙлегенән ҡараш ташлау. Ғалимдар төрки һәм Рәсәй парадигмаһында башҡорт халҡын үҫтереүҙең төп темалары буйынса фекер алыша.
Конференцияла төрки халыҡтарҙың теле, әҙәбиәте һәм фольклоры; этнография һәм хәҙерге шарттарҙа тарихи хәтерҙе реконструкциялау; башҡорттарҙың һәм Рәсәйҙәге башҡа төрки халыҡтарҙың үҙенсәлек динамикаһының этносәйәси аспекттары кеүек өс секция эше ойошторола.
Сараның иртәгәһенә ғалимдар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) Башҡорт халҡы тарихы комиссияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнаша.