Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Октябрь 2020, 15:35

«Башҡортостан 24» телеканалы – «22-се төймә»лә

Кисә Өфө, Екатеринбург, Ҡазан һәм Түбәнге Новгород ҡалаларында дөйөм ҡулланылыштағы мотлаҡ муниципаль телеканалды һайлау буйынса Федераль конкурс комиссияһының ултырышы үтте.

Өфө ҡалаһы буйынса был конкурста ҡатнашыу хоҡуғына «Вся Уфа» продюсер үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы («Вся Уфа» телеканалы) һәм «Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» («Башҡортостан 24» телеканалы) эйә булғайны.
Федераль конкурс комиссияһының күпселек тауышы менән дөйөм ҡулланылыштағы мотлаҡ муниципаль телеканал булараҡ «Башҡортостан 24» телеканалы һайланды. Хәҙер Өфө ҡалаһы биләмәһендәге барлыҡ кабелле телевидение селтәрендә «22-се төймә» тап ошо каналға беркетеләсәк.
Кабелле селтәрҙәрҙә «22-се төймәне» төбәк һәм урындағы телеканалдарға беркетеү идеяһын 2018 йылда үткән Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының медиафорумында «Вся Уфа» телеканалы вәкилдәре ил Президенты Владимир Путин иғтибарына еткергәйне. Юғиһә, һанлы форматҡа күсеү менән, Рәсәй халҡы урындағы яңылыҡтарҙы ҡарауҙан мәхрүм ҡалыр ине. Былтыр июнь айында «22-се төймә»не төбәк һәм урындағы телеканалдарға беркетеүгә ҡағылышлы Федераль закон ҡабул ителде.
«Был конкурста беҙҙе хуплағандарҙың барыһына ла, «Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең телеканал урындағы студиялар менән хеҙмәттәшлеккә асыҡ һәм әҙер», - тип белдерҙе «Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы директоры Азамат Сәлихов.
Читайте нас: