Туризм
1 Октября 2020, 12:00

Октябрь айында һауа торошо ниндәй булыр?

Башҡортостанда октябрь айы ғәҙәттәгегә ҡарағанда бер-ике градусҡа йылыраҡ була. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, көҙҙөң икенсе айында илдең бөтә төбәктәрендә лә һауа температураһы норманан юғарыраҡ була, тип көтөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шулай уҡ белгестәр Башҡортостанда, Рәсәйҙең күпселек өлөшөндәге кеүек үк, октябрҙә яуым-төшөмдөң норманан аҙыраҡ буласағы тураһында хәбәр итте. Йәғни, республикала ҡойма ямғырҙар көтөлмәй.
Алдағы аҙнаға фаразға ярашлы, Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 4 октябрҙә тамамлана.
Читайте нас