Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Октябрь 2020, 12:00

Мәтәүбаш фермеры грант алды

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сентябрҙә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проекты сиктәрендә «Эш башлаусы фермерҙарға ярҙам» гранттарын алыусыларҙы билдәләне.

Һайлап алыу комиссияһының эше БР Ауыл хужалығы министрлығының ютуб каналында онлайн-режимда күрһәтелде.
Йыйылған балдар һөҙөмтәләре буйынса 2020 йылда «Эш башлаусы фермерҙарға ярҙам» грантына эйә булыусылар асыҡланды.
Мәтәүбаштан Марат Зәйруллин «Емеш-еләк үҫтереү» йүнәлеше буйынса грант алды, ул алған аҡсаны агробизнесын үҫтереүгә тотонасаҡ. Планына ярашлы, Марат Мөнәүәр улы Беларус МТЗ 82.1 тракторы, уға тағылма, тейәгес, дискылы тырма, мотопомпа, тамсылап һыу һибеү системаһы һәм еләк-емеш үҫентеләре һатып алырға ниәтләй.
Юлия Ладо материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#Белебеевскиеизвестия#Башкортостан#нацпроекты#Малоеисреднеепредпринимательствоиподдержкаиндивидуальнойпредпринимательскойинициативы#Поддержканачинающийфермеров#Выращиваниеплодовоягодныхкультур#МаратЗайруллин
Читайте нас: