Документҡа 35 йәшкә тиклемге ауылда эшләгән, грантҡа дәғүә иткән 150 уҡытыусының исеме ингән. Элек гранттарҙың күләме 600 мең һум, алыусылар һаны 100 булһа, хәҙер грант күләме лә, наградланыусылар һаны ла артҡан. Исемлектә Аксаковтың 41-се урта мәктәбенән Надежда Анатольевна Рычагова ла бар. Ул 690 мең һумлыҡ грант аласаҡ.
Мәғариф һәм фән министрлығы 2020 йылдың 30 апрелендә гранттарға конкурс иғлан иткәндән һуң, дөйөм белем биреү ойошмалары һәм мәғариф идаралыҡтары ауылда ике йылдан да кәм эшләмәгән йәш уҡытыусылар араһынан гранттарға кандидаттар һайланы. Конкурстың тағы ла бер шарты – уҡытыусы хеҙмәт иткән ауылдағы халыҡ һаны 10 меңдән артмаҫҡа тейеш.