Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Октябрь 2020, 17:30

Сир бирешмәй, тағы өйҙә ултырырға кәрәк

Әлегә 65 йәштән өлкәндәр үҙизоляция режимына ҡайтырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға ошондай үҙгәрештәр индерҙе.

Урамға аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алырға сығырға, баҡсаға йәки элемтә хеҙмәттәре ойошмаларына ғына барырға мөмкин. Шулай уҡ ололарға табип тәғәйенләүе буйынса грипҡа ҡаршы вакцинация үтергә тәҡдим ителә.
«Рәсәйҙең башҡа граждандарының, республика биләмәһендәге сит ил, шулай уҡ гражданлығы булмаған кешеләрҙең үҙизоляция режимын үтәүен маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләргә», – тиелә указдың үҙгәртелгән пунктында.
Бизнесҡа хәүеф төркөмөнә ҡараған хеҙмәткәрҙәренә грипҡа ҡаршы вакцинация үткәрергә тәҡдим ителде.
Читайте нас: