Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, ҡала-райондарҙа тест үткәреү өсөн 68 үҙәк булдырылған. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында. «ГТО» системаһы порталында 478330 кеше теркәлгән, был былтырғы менән сағыштырғанда 62 мең кешегә күберәк.
«2020 йылдың туғыҙ айында ГТО нормативтарын 4347 кеше үтәгән, уларҙың 3777-һе – алтын, 319-ы – көмөш һәм 251-се бронза билдәгә», – тине министр.
Республикала даими рәүештә йыл дауамында дөйөм белем биреү ойошмалары, студенттар, закон сығарыу һәм башҡарма власть хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт коллективтары, ғаилә командалары араһында ГТО буйынса йәйге һәм ҡышҡы фестивалдәр ойошторола.
Республиканың йыйылма командалары халыҡтың бөтә категориялары араһында үткәрелгән ГТО буйынса Бөтә Рәсәй фестивалдәрендә ҡатнаша. Быйыл нормативтарҙы үтәгәндәр һанын 40 процентҡа тиклем күтәреү бурысы ҡуйылған.
«Хәҙер кешеләр сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға һәм спортҡа нығыраҡ иғтибар итә, – тине Андрей Назаров. – Күптәр аңлай: ҙур булмаған көсөргәнеш тә сәләмәтлекте нығыта һәм үҙеңде тонуста тотоу мөмкинлеге бирә. Ә ГТО нормалары модалы йүнәлеш булырға тейеш, тәү сиратта йәштәр өсөн».