Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Октябрь 2020, 12:10

Бүләк оторға теләйһегеҙме?

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе «Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйыу урыны өсөн тауыш биргән Башҡортостан кешеләре араһында бүләктәр отторорға йыйына.

Бының өсөн ниндәйҙер ташламаға йәки бүләккә хоҡуҡ биргән QR-коды һәм шәхси номеры булған дүрт мең флаер әҙерләнгән. Был листовкалар республиканың барлыҡ район-ҡалаларына, шулай уҡ уҡыу йорттарына таратылған.
Отошта ҡатнашыу өсөн QR-код буйынса үтеү, «Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйыу урыны өсөн тауыш биреү мөһим һәм флаерҙы йомғаҡ үткәрелгәнсе һаҡларға кәрәк.
Бүләктәрҙе оттороу 2 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең «Бәйләнештә» төркөмөндә үткәреләсәк.
Төп бүләк – Яндекс.Станция колонкаһы. Шулай уҡ «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынына биш саҡырыу билеты ла әҙерләнгән.
Фото «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе сайтынан
Читайте нас: