Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Октябрь 2020, 12:00

Буласаҡ чемпиондар бында үҫәсәк

Республика көнө алдынан Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында бик әһәмиәтле ваҡиға булды. Бында спорт көрәше менән шөғөлләнеү өсөн спорт залы асылды.

Зал «Спорт көрәше – Башҡортостан мәктәптәренә» проекты сиктәрендә бөтә кәрәкле ҡорамал менән йыһазландырылған. Спорт залдарын онлайн-режимда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Спорт көрәше буйынса (грек-рим көрәше) Рәсәй кубогы башланыр алдынан асты.
Проект башланғыс һәм өлкән кластарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Бәләбәйҙә 70 -тән ашыу бала яңы залда шөғөлләнергә теләк белдергән дә инде.
Динар Минәжев фотолары
Читайте нас: