Байрамдың төп майҙансығы булып «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатр һайланған. Бында өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ҙур концерт үтәсәк, унда милли сәхнә артистары һәм саҡырылған йондоҙҙар ҡатнашасаҡ. Был кисте амфитеатр «Урал батыр уты» Беренсе төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафонын ҡабул итәсәк. Марафон сиктәрендә концерттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында үтәсәк. Сағыу сығыштары менән «Зәйнетдин» шоу-проекты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Элвин Грей, Thomas Mraz, «Премьер» һәм «Lumen» төркөмдәре һөйөндөрәсәк. Байрам концертының хедлайнеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Юрий Шевчук һәм уның «ДДТ» төркөмө. Ошо уҡ көндө тамашасылар Дәүләт академия хор капеллаһы һәм филармония артистары менән бергә «Башҡортостан Гимны» флешмобында ҡатнаша аласаҡ. Ойоштороусылар байрамға килгән кешеләрҙән мотлаҡ битлек кейеүҙе үтенә. Сара 18 сәғәттә башланасаҡ.