Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Октябрь 2020, 12:00

Билдәле дәүләт эшмәкәрҙәренең исемдәре мәңгеләштерелде

Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Муллаян Халиҡов һәм Хафиз Ҡушаевҡа таҡтаташтар асылды.

Улар республикабыҙҙың Милли музейы бинаһының алғы яғына ҡуйылды. Был урын осраҡлы һайланмаған, бында БАССР хөкүмәтенең беренсе резиденцияһы урынлашҡан булған. Республика көнө алдынан Башҡортостандың нығыныуына, үҫешенә ҙур өлөш индергән билдәле дәүләт эшмәкәрҙәренең исемдәре шулай мәңгеләштерелде.
Таҡтаташтарҙы асыуҙа республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты Айтуған Аҡманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Хафиз Ҡушаев, Муллаян Халиҡовтың яҡташтары, туғандары ҡатнашты. Тантананан һуң «БАССР-ҙың билдәле етәкселәре Хафиз Ҡушаев һәм Муллаян Халиҡов: хәтер һәм мираҫ» темаһына конференция ойошторолдо.
Читайте нас: