Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Октябрь 2020, 17:00

«Ҡайҙа мөмкинлек бар, кешеләрҙе дистанциялы эшкә күсерегеҙ»

Бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров шундай тәҡдим менән сығыш яһаны. Сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша башланы. Бөтә ил һәм донъяла шул уҡ хәл. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, тәүлек эсендә йәнә 58 кешелә инфекция асыҡланған. Бөтәһе 9402 осраҡ теркәлгән.

Стационар шарттарында дауаланған 104 кеше уртаса һәм ауыр хәлдә. Уҙған аҙнала йәнә 25 кеше ятҡан, 158 кеше дауаланып сыҡҡан. Бөтә сирлеләрҙең 90 проценты һауығып, өйҙәренә ҡайтҡан.
– Үлем осраҡтары – 0,5 процент кимәлендә һаҡлана, сирләү кимәле – 100 мең кешенең 230-ы. Күрше төбәктәр менән сағыштырғанда, беҙҙә хәл тотороҡло, тик барыбер үҫеш бар һәм ул дауам итә, – тине Максим Забелин.
Сирлеләрҙең күбәйеүе тестар эшләүҙең артыуына ла бәйле. Әлеге ваҡытта 23 лаборатория бының менән шөғөлләнә, улар ПЦР анализдары эшләй. Уларҙың алтыһы – шәхси учреждение. Тәүлек эсендә 8-9 мең самаһы тест эшләнә, бөтәһе 1 миллион 154 мең тикшереү башҡарылған.
Республикала пневмония менән сирләү осраҡтары ла арта. Шул уҡ ваҡытта ОРЗ һәм ОРВИ менән ауырығандар кәмегән. Был йәһәттән ыңғай динамика бар.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 2600 урын булдырылған, 21 проценты буш. Резервта инфекция госпиталдәрендә 1200 урын бар. Республикала 700 мең кеше гриптан прививка яһатҡан.
– 60-65 йәштән өлкәндәр өсөн сикләү сараларын көсәйтеп, уларға ҡурсаланыу режимын индереүҙе тәҡдим итәбеҙ, – тине Максим Забелин.
Башҡортостан Башлығы ла был йәһәттән ялыуҙарҙың күп булыуын билдәләне һәм проблеманы хәл итергә ҡушты.
– Аҡса бүлегеҙ, дарыуҙар алығыҙ. Табиптар бөтә тейешле түләүҙәрҙе лә алһын, быны иғтибар менән күҙәтегеҙ. Улар арый башланы, табиптарҙы һаҡларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш Радий Хәбиров эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрен ситтән тороп эшләү фоматына күсерергә тәҡдим итте.
– Предприятие һәм ойошмалар етәкселәренә мөрәжәғәт итәм, ҡайҙа мөмкинлек бар, кешеләрҙе дистанциялы эшкә күсерегеҙ. Әлегә проценттар, пландар ҡуймай торам, был тәҡдим. Аҙаҡ нисек булыр, ҡарарбыҙ, – тине ул.
Читайте нас: