Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Октябрь 2020, 14:00

Хөкүмәт составына үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостанда өс дәүләт комитеты министрлыҡ итеп үҙгәртелде. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

Хәҙерге 10 вице-премьерҙың туғыҙы республика хөкүмәтенең яңы составына инде. Фәнүр Йәғәфәровты республика Башлығы Хакимиәтенә кире алалар.
– Уның компетенцияһы, һәләте беҙҙең яҡҡа кәрәгерәк, шуға күрә уның ҡайҙа, нығыраҡ һөҙөмтәле эшләйәсәге тураһында һөйләштек, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты – Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты – Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы итеп үҙгәртелде.
Бынан тыш, Хөкүмәт составына Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Стратегик асыштар үҙәге етәкселәре Хөкүмәт составына индерелде.
«Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә, башҡа проблемаларға ҡарамаҫтан, беҙ үҫеш тураһында уйлайбыҙ. Киләсәккә ҡарарға, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә һәм алға барырға кәрәк», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Читайте нас: