Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Октябрь 2020, 13:30

Стәрлетамаҡта яңы ковид-госпиталь төҙөлә

Эш барышы менән Башҡортостан башлығы һәм хөкүмәт ағзалары яҡындан танышты. 14 мең квадрат метр майҙанды биләгән дауахана тәүге пациенттарын 15 декабргә ҡабул итергә тейеш.

План буйынса ул 70 изоляцияланған блоктан торасаҡ. 300 ауырыуға иҫәпләнгән. Проектта шулай уҡ реанимация палаталары, бала табыу һәм педиатрия бүлектәре, хирургия блогы, лаборатория һәм томография бүлмәләре ҡаралған. Госпиталь биләмәһендә вертолет майҙансығы ла барлыҡҡа киләсәк.
Архитекторҙар Өфөлә төҙөлгән госпиталдең асыҡланған етешһеҙлектәрен иҫәпкә алған. Коридорҙар киңерәк, персонал өсөн бүлмәләр иркенерәк буласаҡ. Үҙәк күп функциялы итеп планлаштырыла, пандемия үткәндән һуң уның йүнәлешен үҙгәртергә мөмкин. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин фекеренсә, Стәрлетамаҡ һәм күрше райондарҙың яңы госпиталгә ихтыяжы юғары.
Читайте нас: