Ул саҡта планеталағы 70-тән ашыу илдә 120 миллион самаһы бала һабын менән ҡулын йыуа. Ҡул йыуыу көнөнөң маҡсаты – халыҡҡа тағы бер тапҡыр гигиена талаптарын үтәүҙең мөһимлеген аңлатыу. Таҙа ҡулдар күп сирҙәрҙе, шул иҫәптән әле таралған коронавирусты, иҫкәртеүгә ярҙам итә, ти табиптар.