Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Октябрь 2020, 12:00

Ете төбәк китапханаһы дүрт меңдән ашыу башҡорт китаптары алды

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрен башҡорт әҙәбиәте менән тәьмин итеүҙе тамамланы.

Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердловск һәм Пермь крайының 17 китапханаһына 4386 дана китап ебәрелде. Быйыл «Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» дәүләт программаһының «Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү» ярҙамсы программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға башҡорт халҡы күпләп йәшәгән урындарҙағы китапханаларға башҡорт телендәге әҙәбиәт оҙатыу өсөн бер миллион һум аҡса бүленгәйне.
Төҙөлгән килешеүгә ярашлы, китап йыйыу һәм ебәреү буйынса аукционда еңеп сыҡҡан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте илдең ете субъектын китап менән тәьмин итте. Үрҙә әйтеп үтелгән ете төбәктең китапхана фондтарына бушлай 258-ешәр дана китап тапшырылды. Улар араһында – Ш. Бабич, М. Кәрим, З. Биишева, Р. Бикбаев, Н. Мусин, Т. Ғәниева, Р. Назаров, Ғ. Ибраһимов, Ф. Туғыҙбаева, Н. Сәлимовтың китаптары, шул иҫәптән балалар әҙәбиәте, фәнни-популяр һәм тарихи йыйынтыҡтар, һүҙлектәр.
Читайте нас: