Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Октябрь 2020, 15:00

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығына бармай торайыҡ

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы етәкселеге үҙенең сайтында туристарҙы 17 октябрҙән 1 ноябргә тиклем экскурсияларҙы туҡтатыуҙары тураһындаиҫкәртә.

Ҡунаҡ өйҙәренә бер кем дә урынлаштырылмай, Шүлгәнташ мәмерйәһе лә ябыла. Был саралар пневмония һәм коронавирус менән сирләгәндәрҙең артыуына бәйле ҡабул ителде, тип белдерҙеләр ҡурсаулыҡта. Туризм – пандемиянан ныҡ зыян күргән тармаҡтарҙың береһе, уны тергеҙеү өсөн ике йыл самаһы ваҡыт кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр.
Читайте нас: