Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү» милли проекты үтәлеше менән таныштырғандар. Программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Быйылға план 110 процентҡа теүәлләнгән. Йыл аҙағынаса 5 йыллыҡ планды 50 процентҡа үтәү мөмкинлеге бар, тип белдерәләр ведомствонан.