Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Октябрь 2020, 13:00

«Аҡ тирмә»лә ҡунаҡта – уңған хужабикәләр

«Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең Башҡорт ижтимағи үҙәге «Аҡ тирмә»лә ҡунаҡта» тип аталған күңел асыу кисәһе ойошторҙо.

Кисә мул уңыш йыйыу тамамланыуға, ғаиләләр именлегенә бағышланды. Сарала тәжрибәле хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән тәмле-тәмле ризыҡтарының, көҙгө уңыштан – ҡабаҡ, сөгөлдөр, картуф, кәбеҫтәнән – бешергән аш-һыуҙарының рецепттары менән бүлеште, бер-береһен, килгән ҡунаҡтарҙы һыйланы.
Байрам бик күңелле, бер тында үтте. Аҡ тирмә ҡунаҡтары йомаҡ , мәҡәлдәр әйтеште, думбыра сыңын тыңланы, башҡорт халыҡ йырҙарын йырланы, дәртле гармун көйҙәренә тыпырҙатып бейене.
Кисәлә «Бәләбәй ынйылары» фольклор төркөмө, «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ вокаль коллективы артистары актив ҡатнашты.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фотолар «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәге сайтынан
Читайте нас: