Һарылы-ҡыҙыллы япраҡтар, йәшелсә-емеш, тубырсыҡтар, көнбағыш балаларҙы ижадҡа дәртләндергән. Көҙгө тәбиғәт байлыҡтарынан улар матур-матур гөлләмәләр, төрлө йәнлек, кеше фигуралары, тағы әллә күпме һоҡланғыс нәмәләр эшләгән. Уларға, әлбиттә, педагогтар, ата-әсәләр ярҙамға килгән.