Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Октябрь 2020, 12:00

Фонтан ҡоролмалары һынау үтте

Өфөнөң Совет майҙанында йәмәғәт биләмәһен күләмле төҙөкләндереү барышы менән Башҡортостан башлығы яҡындан танышты. Әле подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре гранит плитәләрҙе түшәү һәм буласаҡ фонтандың инженер коммуникацияларын һуҙыуҙы тамамлаған. Радий Хәбировҡа ҡоролманы эшләтеп күрһәттеләр.

Совет майҙанында данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыла. Монументҡа авторҙар араһында конкурс иғлан ителгән. Буласаҡ һәйкәлдең үлсәмен күҙ алдына килтереү маҡсатында төҙөүселәр уның макетын әҙерләгән.
Башҡортостан башлығы майҙандағы эш барышын ентекләп ҡарап сыҡты, буласаҡ һәйкәлдең үлсәмен дә хупланы. Совет майҙанын яңыртыу барышында Совет һәм Пушкин урамдарын төҙөкләндереү ҡарала. Яҡтыртыу ҡоролмалары, видеокүҙәтеү системаһы беркетелә, тротуар киңәйтелә. Скверға саған һәм туя ултыртыу проектланған. Төҙөүселәр Башҡортостанда етештерелгән матераилдарға өҫтөнлөк бирә.
Совет майҙанын яңыртыу йыл аҙағына тулыһынса тамамланырға тейеш.
Читайте нас: