Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Октябрь 2020, 16:00

Коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша

Сирләгән кешеләр һаны көндән-көн арта. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был төп темаларҙың береһе булды.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, сир һуңғы тәүлектә тағы 68 кешелә асыҡланған. Пандемия башынан коронавирус 9809 кешелә теркәлгән. Стационарҙа ауыр һәм уртаса ауыр хәлдә булған 125 кеше ята. Үткән аҙнала 320 кеше һауыҡҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшләгән бөтә ауырлы ҡатындарҙы өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим итте.
– Бөтә дәүләт учреждениеларында хеҙмәт иткән һәм мин ҡайҙа йөкләмә бирә алам, бөтә шул ведомстволарҙа ауырлы ҡатындарҙы өйҙән эшләргә күсерергә ҡушам. Уларҙың статусы һәм хеҙмәт хаҡы тулыһынса һаҡланырға тейеш. Минең йөкләмә биреү хоҡуғым булмаған урында, тәҡдим булараҡ еткерәбеҙ. Сәләмәт быуын тыуһын һәм ауырлы ҡатындар үҙҙәрен һаҡлаһын өсөн, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, әлеге ваҡытта өс вице-премьер коронавирус менән сирләй. Бынан тыш, башҡа чиновниктар ҙа күпләп ауырый. Радий Фәрит улы фекеренсә, улар социаль арауыҡты үтәмәгән һәм битлек кеймәгән.
– Бөтәгеҙ ҙә сирләп бөтһәгеҙ, ни эшләргә тейешбеҙ? Һеҙ сирләгәнгә мин ярҙамсыларһыҙ ҡалдым, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы тағы бер мәсьәләгә иғтибар итте. Әлеге ваҡытта республикала компьютер томографияһы үтеүгә быға тиклем булмаған ажиотаж күҙәтелә. Ошоноң арҡаһында ҙур сираттар барлыҡҡа килгән.
– Хөрмәтле кешеләр! Шундай фекер барлыҡҡа килде, йәнәһе, мотлаҡ рәүештә компьютер томографияһы үтергә кәрәк. Ошоноң арҡаһында ҙур сират. Беҙ бер йыл эсендә ундан ашыу яңы ҡорамал ҡуйҙыҡ, шулай булһа ла, был ғына етмәй. Күрше өлкәләрҙән дә килеп томография үтәләр һәм дауаланалар. Шуға күрә аңлатыу эше мөһим, табиптар аныҡ әйтергә тейеш: компьютер томографияһы үтер өсөн күрһәтмә бар икән – эшләргә, юҡ икән – флюорография, – тине Радий Хәбиров.
Максим Забелин белдереүенсә, амбулатор үҙәктәрҙә 60 меңдән ашыу компьютер томографияһы үткәрелгән һәм 700 онкология сире асыҡланған.
Читайте нас: