Исем-фамилияһы яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ алыу өсөн кәрәкле бөтә документтар күрһәтелгән. Уны фатир, бүлмә, шәхси йорт (шул иҫәптән төҙөлә башлаған) һатып алыу өсөн иғәнә итеп тотонорға ярай. Шулай уҡ йорт һалырға, ипотеканы түләргә, ер һатып алырға мөмкин. Күсемһеҙ милек Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.