Бынан ары Башҡортостан дәүләт медицина университетының студент-ординаторҙары һәм өлкән курстарҙа уҡыған студенттары поликлиникаларға эшкә ебәрелә. Улар ковид менән сирләп, өйҙә амбулатор рәүештә дауаланған кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтәсәк.
Тәү сиратта, буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре терапевтарға ярҙамға киләсәк: амбулатор дауаланған кешеләрҙең өйҙәренә бара һәм уларҙың хәлен контролдә тотасаҡ. Был сара амбулатор звено эшен нығытыу маҡсатында ҡабул ителә. Дауаханаларҙа былай ҙа урын етмәй, шуға күрә унда ауыр хәлдәге кешеләр ята, ә ҡалғандар өйҙән дауалана.
Медицина университетынан хәбәр итеүҙәренсә, поликлиникаларға йәнә 285 ординатор ебәреләсәк. Әлеге ваҡытта 600 самаһы ординатор был эште алып бара ла.
Тағы бер сара медицина инспекторҙары эшмәкәрлегенә бәйле. Радий Хәбиров һәр бер ойошмаға ошондай кешене билдәләргә ҡушты. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, уҡыу йылы башында мәктәптәрҙә эшләгән медицина инспекторҙары бының һөҙөмтәлелеген һәм кәрәклеген дәлилләне. Улар арҡаһында уҡыу йорттарында сирләү осраҡтары аҙ булды.
– Һәр учреждение, һәр ойошмаға яуаплы махсус хеҙмәткәр беркетелергә тейеш. Иртәнсәк ул кешеләрҙе ҡаршы ала, хәлен күҙәтә, санитар режимдың үтәлешен, битлек кейеүҙе тикшерә, – тине Радий Хәбиров.
Бынан һуң коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләр йәнә онлайн-режимға күсә һәм зумда үткәрелә башлаясаҡ.