Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Октябрь 2020, 14:00

Юлда яҡтыраҡ буласаҡ

Ош көндәрҙә Аксаков ауыл советы ауыл биләмәһендә Аксенов-Аксаков-Бәләбәй автомобилдәр юлына электр бағаналары ҡуйыла башланы. Ул Надеждин ауылының Үҙәк урамынан үтә.

Был урамда энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар менән 44 бағана ҡуйыласаҡ. Эштәрҙең заказсыһы – БР Юл хужалығы идаралығы. Ошо уҡ идаралыҡ был проектты финанслай. Эштәрҙе 2020 йылдың 30 ноябренә тамамлау күҙаллана, тип хәбәр итә Бәләбәй муниципаль районы хакимиәтенең төҙөлөш һәм юл хужалығы бүлегенән.
Быйыл Аксаков ауыл советы ауыл биләмәһендә 74 ДРЛ яҡтыртҡыстарын яңы энергия һаҡлаусы лампаларға алыштырғандар.
Читайте нас: