«Фекер алышыу барышында зоопаркты ҡала эсендә төҙөү яҡшыраҡ булыр, тигән һығымтаға килдек. Ҡалала йәшәүселәргә лә, Өфөгә ҡунаҡҡа килгәндәргә лә барып етеү еңелерәк булыр. Иң мөһиме, бындай проектты ике-өс йылда тормошҡа ашырырға мөмкин», – тине Назаров.
Тәүҙә зоопаркты Өфө агломерацияһында урынлаштырыу планлаштырылғайны, инфраструктура ҡатмарлыҡтары арҡаһында уны төҙөү өсөн 10-15 йыл кәрәк булыр ине. Ә ҡала эсендәге зоопаркты ике-өс йылда бойомға ашырырға була. Урынды киләһе аҙнала уҡ һайлайҙар, тип хәбәр итте Андрей Назаров.