Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Октябрь 2020, 14:00

«Милләттең һаулығы һәм ғүмере өсөн көрәш»

Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән осрашты.

Етәкселәр республикала «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ медицина-санитария ярҙамының түбәнге звеноһын яңыртыу, Стәрлетамаҡта яңы клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһын төҙөү мәсьәләләре тураһында һөйләште.
Мәғлүм булыуынса, октябрь башында Радий Хәбиров Башҡортостандың көньяҡ райондары халҡы өсөн госпиталь төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Учреждениены быйыл 15 декабрҙә асырға ниәтләйҙәр.
Үҙәк ҡабул итеү-диагностикалау, операциялар бүлеген, акушерлыҡ-гинекология блогын, бактериологик лабораторияны һәм 40 урынлыҡ дөйөм ятаҡты үҙ эсенә аласаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау министры Башҡортостанда яңы дауахана асыу йәһәтенән башланғысты хупланы. Радий Хәбиров Михаил Мурашконы госпиталде асыу тантанаһына саҡырҙы.
– Командабыҙ өсөн төп бурыстарҙың береһе – вирусҡа ҡаршы, асылда иһә, милләттең һаулығы һәм ғүмере өсөн көрәш. Был йәһәттән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ярҙамы бик мөһим, әлбиттә, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
.
Читайте нас: