Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Октябрь 2020, 12:00

Үҙмәшғүлдәр дәүләттән ярҙам ала

Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында закон проекты ҡарала. Уға ярашлы, үҙмәшғүлдәргә бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға тәғәйенләнгән ярҙам саралары күрһәтелә. Улар кредит юллай, льготалы лизинг программаларҙа ҡатнаша, шулай уҡ белем биреү хеҙмәттәре менән файҙалана ала.

Әле республикала 20 меңдән ашыу кеше үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән. Бындай эшҡыуарҙар килемдән 4 процент һалым түләй.
Читайте нас: