Хәбәр итеүебеҙсә, дивизия командирына һәйкәл Өфө ҡалаһының Совет майҙанында ҡуйыласаҡ. Конкурста профессиональ скульпторҙар һәм авторҙар коллективтары ҡатнаша ала. Конкурс шарттарына ярашлы, архитекторҙар һәйкәлде урындағы композицияға яраҡлаштырып эшләргә тейеш.
Бәйге бер турҙа уҙғарыласаҡ. Конкурсант һәйкәлдең 40 сантиметрҙан да ҙур булмаған үлсәмдәге өс үлсәүле моделен, шулай уҡ һыҙмаһын, аңлатыу тексын, сығымдар сметаһын тәҡдим итергә тейеш.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 20 ноябргә тиклем «Торатау» Конгресс-холында – Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2 адресы буйынса директорҙың ҡабул итеү бүлмәһендә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул итәләр. Бәйләнеш өсөн телефон – (347) 276 55 00, Гөлдәр Сабитоваға мөрәжәғат итергә мөмкин. Шулай уҡ указда конкурс материалдарын ҡарау буйынса махсус комиссия ағзалары ла күрһәтелгән.