Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Октябрь 2020, 12:00

Милли проект маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә

«Ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара акцияһы быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла, ул 3-8 ноябрҙә онлайн форматта үткәреләсәк.

Диктант халыҡтың этнографик грамоталылыҡ һәм Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар хаҡындағы белемен баһалау мөмкинлеген бирәсәк. Өҫтәүенә ул киң йәмәғәтселек иғтибарын донъяның милләт-ара мөнәсәбәттәренә һәм берҙәмлегенә йүнәлтәсәк.
Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем диктантта ҡатнаша ала. Быйыл рәсми сайт һәм диктант эштәре инглиз, испан телдәренә тәржемә ителәсәк. Улар 2020 йылдың 3 ноябрендә 00.01 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) «Ҙур этнографик диктант»тың рәсми сайтында (www.miretno.ru) баҫыласаҡ. Был эштәр текст рәүешендә рәсмиләштерелгән һәм диктантта ҡатнашҡан һәр кем өсөн дөйөм федераль (20 һорау), Рәсәй Федерацияһының һәр төбәге өсөн төбәк өлөштәрҙән (10 һорау) тора. Барлыҡ эштәрҙе башҡарған өсөн ҡуйыласаҡ максималь балл – 100. Диктантты үткәреү ваҡыты – 45 минут. Ошо ваҡыт үткәс, эштәрҙе башҡаса башҡарып булмаясаҡ. Ҡатнашҡан кешенең эш һөҙөмтәләре күрһәтелгән сертификат ошо ваҡыт үткәс электрон төрҙә буласаҡ.
Был үҙенсәлекле сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Мәғариф» милли проектты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото социаль селтәрҙән
Читайте нас: