Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Октябрь 2020, 14:00

Башҡортостан – иң яҡшыһы

Башҡортостан «Йәшел Рәсәй» экологик йәмәғәт хәрәкәте лидеры тип танылды. Эксперттар республикабыҙға «Өмә-2020» акцияһы һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын бирҙе. Был күңелле яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.

«Ҡотлайым һәм барығыҙға ла рәхмәт әйтәм! Республиканың меңәрләгән ирекмәндәренә рәхмәт! «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик йәмәғәт хәрәкәте эксперттары «Өмә-2020» акцияһына йомғаҡ яһаны һәм еңеүселәрҙе иғлан итте. Беренсе урын беҙҙә (320 000 ирекмән), икенсе – Коми Республикаһында (15 000 ирекмән) һәм өсөнсө урын Әстрхан өлкәһендә (8000 ирекмән). Башҡортостан – йәнә иң яҡшыһы, һәм был шулай булырға тейеш тә», – тип яҙҙы республика Башлығы.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, экоирекмәндәр төбәгебеҙҙең ҡала һәм ауылдарын тәртипкә килтерҙе, йылғалар, һыуһаҡлағыстар ярҙарын йыйыштырҙы, ағастар, ҡыуаҡтар ултыртты. «Йәшел Рәсәй»гә ярашлы республикала 162 мең ҡыуаҡ, 895 мең төп ағас ултыртылды, дүрт мең кубометр сүп-сар сығарылды.
Читайте нас: