Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Октябрь 2020, 14:00

Рауил Бикбаевтың ижадына арналған флешмоб уҙғарыла

Республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Ырымбур өлкәһенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм «Карауанһарай» өлкә башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижадына арналған флешмоб башлап ебәрҙе.

Флешмобта ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә? Рауил Бикбаевтың шиғырын ятлап, видеояҙма яҙҙырырға һәм уны социаль селтәрҙәргә #РавилюБикбаеву82 хэштегы менән ҡуйырға кәрәк. Видеояҙманы [email protected] электрон почтаһына ла ебәрергә мөмкин.
Флешмобҡа йомғаҡ шағирҙың тыуған көнөндә – 12 декабрҙә яһаласаҡ.
Читайте нас: