Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников әйтеүенсә, сертификатты министрлыҡ ҡарамағына ингән «Ғаилә» үҙәктәре дәүләт бюджет ойошмалары бирә. Әле медицина, социаль учреждениеларҙан, полиция хеҙмәткәрҙәренән, ирекмәндәрҙән килгән 330 ғариза ҡаралған. Шуларҙың 265-е буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Ҡайһы бер ғаризаларҙың ҡәнәғәтләндерелмәүе, нигеҙҙә, техник сәбәптәргә бәйле: реквизиттар, мөрәжәғәт итеүсенең исем-шәрифе һ.б. тулыһынса күрһәтелмәгән.
«Әгәр кеше эштә саҡта коронавирус менән ауырып китеп, шул уҡ ваҡытта белешмә ҡағыҙын килтереп еткермәгән йәки ғаризаһында етешһеҙлек бар икән, законлы хоҡуғынан файҙаланыу мөмкинлеген бирергә кәрәк, – тине Андрей Назаров. – Медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә коронавирустан һуң һаулыҡты нығытыуға сертификат биргәндә бюрократия булмаҫҡа тейеш».