Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Октябрь 2020, 12:00

Сибай эшҡыуары битлектәр етештерә

6,2 миллион һумлыҡ проектты ҡала эшҡыуары Роман Зәйҙуллин тормошҡа ашыра. Ул үҙ аҡсаһына сеймал һәм етештереү линияһы һатып алған һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған медицина битлектәре етештерә башлаған

Бөгөнгө киҫкен хәлдең үтә мөһимлеген аңлаған эшҡыуар оло йәштәгеләр өсөн мәрхәмәтлек акцияһы ойоштороп, пенсионерҙарға ике мең дана битлек таратҡан.
«Хәүеф төркөмөнә ҡараған оло йәштәгеләргә ярҙам итергә кәрәк, – ти Роман Зәйҙуллин. – Беҙ эште әле генә башланыҡ, ике меңләп үҙебеҙ етештергән медицина битлеген тараттыҡ. Ҡалала оло йәштәгеләр бик күп, уларға беҙҙең ярҙам бик урынлы булыр тип ышанам».
Был эштәрҙең барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бөтәһе алты кешегә эш урыны булдырылған.
Читайте нас: