Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Октябрь 2020, 14:20

28 октябрь – Халыҡ-ара анимация көнө

Һуңғы йылдарҙа республикала башҡорт телендә анимацион фильмдар сығарыла башланы.

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы йыл аҙағында башҡорт батырҙары тураһындағы әкиәттәргә нигеҙләнеп әҙерләнгән йәнһүрәт сығарырға йыйына. Йәнһүрәт өҫтөндә рәссамдар Урал Мәхийәнов, Юлия Чернышкова, композитор Камил Абдуллин, техник ассистент Владислав Зәйнуллиндар эшләй. Проект авторы, мультипликатор Рим Шәрәфетдинов һөйләүенсә, әлеге мәлдә ижади төркөм һүрәттәр төшөрөү, көй яҙыу менән мәшғүл. Һуңғыһына, тәбиғи, милли музыка ҡоралдары – ҡурай, ҡумыҙ йәлеп ителә. Һүрәттәр сканер ярҙамында компьютерға күсерелә, артабан махсус программа ярҙамында биҙәлә, хәрәкәткә килтерелә.
Йәнһүрәт республика хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы грантына төшөрөлә.
Йәнһүрәт йыл аҙағында тамашасыға барып етер, тип күҙаллана. Уны киностудияның сайтында, ютуб каналында, һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең телевидение аша ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: