Улар терапевтарға һәм педиатрҙарға, табип бригадаларына саҡырыуҙарҙы йортта хеҙмәтләндергәндә, учреждениенан ситкә сығып эшләгәндә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән.
Планшет компьютерҙары берҙәм һанлы контурға тоташтырыла һәм табиптың «Башҡортостан Республикаһының Медицина мәғлүмәти-аналитик системаһы» дәүләт мәғлүмәт системаһындағы эш урыны менән мобиль бәйләнештә була. Был пациенттарҙың электрон медицина карталарын тултырыу, табиптарға дистанцияла яҙылыу, телемедицина консультациялары үткәреү, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен электрон формала ебәреү мөмкинлектәрен бирә.
Заман талаптарына яуап биргән планшет компьютерҙары мәғлүмәтте һаҡлау саралары менән тулыһынса тәьмин ителгән.