Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Октябрь 2020, 18:00

Ғаризалар иртәгәнән ҡабул ителә башлай

Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ағымдағы йылдың 30 октябрендә Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына ғаризалар ҡабул итә башлай.

Конкурс Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгәнгә күрә, түбәндәге темалар тәҡдим ителә:
- Башҡортостандың мәҙәниәт, сәнғәт ҡаҙаныштарын Рәсәй һәм сит ил күләмендә танытыу;
- Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә, шулай уҡ республикабыҙҙан ситтә башҡорт телен өйрәнеүгә йүнәлтелгән яңы мәҙәни, мәғрифәти, ғилми проекттар;
- рус теле һәм әҙәбиәтен, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен өйрәнеү, уҡытыу буйынса методик ҡулланмалар булдырыу;
- республиканан ситтә йәшәгән башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау, башҡорт диаспораларының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү;
- туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, халыҡ-ара, мәҙәни, ғилми бәйләнештәрҙе киңәйтеү, үҙ-ара мәғлүмәт менән бүлешеү;
- Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә, шулай уҡ республика үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү.
Конкурста Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары, дәүләт һәм муниципаль бюджет учреждениелары ҡатнаша ала. Шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт телен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған проекттарын тәҡдим итә ала.
Конкурс проекттарын финанслауҙың дөйөм суммаһы 50 миллион һум тәшкил итә. Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләренә ярашлы, проекттарҙың бюджеты ниндәйҙер билдәле сумма менән сикләнмәй, мәҫәлән, улар 200 мең һум да, 2 миллион һум да булыуы ихтимал.
Ғаризалар 2020 йылдың 30 октябренән 18 ноябренә тиклем «Гранты.РБ» порталында https://grant.openrepublic.ru/ҡабул ителә. Ғариза биреүсе Дәүләт хеҙмәттәре сайтында раҫланған иҫәп яҙмаһына эйә булырға тейеш. Шуға күрә конкурсҡа ғаризаны Башҡортостандың теләһә ҡайһы районынан йәки республиканан ситтә килеш тә биреп була.
Конкурсҡа ҡағылышлы барлыҡ мәғлүмәт «Гранты.РБ» электрон порталында урын алған. «Конкурстар» тигән бүлеккә үтеп, Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә грант биреүгә бәйле конкурсты һайларға, артабан «Документтар» тигән бүлеккә үтергә кәрәк.
Белешмәләр өсөн телефондар: +7 (347) 218-16-82, +7 903 311 69 37.
Читайте нас: