Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Октябрь 2020, 18:30

«Ҡыҙыу линия» эшләүен дауам итә

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында «ҡыҙыу линия» эшләүен дауам итә.Ул һаулыҡ Һаҡлау тармағын яңыртыу программаһының төп йүнәлештәренең береһе буйынса ойошторолған, һүҙ заманса мәғлүмәти системаларҙы индереү хаҡында бара. Телефондарҙы иһә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коронавирус инфекцияһы буйынса «ҡыҙыу линия»һы:
8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 (күп каналлы, тәүлек әйләнәһенә):
- бында коронавирус тураһында барлыҡ һорауҙарҙы бирергә;
- эпидемиологик хәл имен булмаған илдән ҡайтыуығыҙ хаҡында хәбәр итергә;
- ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын (больничный) юлларға мөмкин.
Роспотребнадзор идаралығының коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса Берҙәм консультация үҙәгенең «ҡыҙыу линия»һы:
8-800-555-49-43
Тикшерелеү һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын юллау өсөн табипты өйгә 1301 номеры буйынса, йә регистратура аша саҡырып була.
Дауаланыуҙы, клиник картинанан сығып, дауалаусы табип билдәләй. Кире динамика асыҡланһа, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, табип тарафынан госпитализациялау тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Пациенттың хәле кинәт насарайған осраҡта (юғары температура, тын быуылыу, тын алыу ауырлашыу) «ашығыс ярҙам» саҡырырға кәрәк.
Читайте нас: