Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Октябрь 2020, 17:00

Төбәк закондарына үҙгәрештәр биш йылға индерелә

Тәүҙә Урындағы үҙидара һәм ер мөнәсәбәттәре тураһындағы төбәк закондарына өҫтәмәләрҙең ваҡыты сикләнмәгән, ғәмәлдәге срогы ҡаралмаған ине. Ҡануни документты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡабул итте. Парламент ултырышында Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты.

Ҡануни документты ҡабул итеү, юл картаһын әҙерләү ер мәсьәләһенә аныҡлыҡ индерер, тип көтөлә. Әле Башҡортостандағы ерҙәрҙең 94 проценты теркәлмәгән. Киләсәктә иһә картала федераль һәм муниципаль ҡарамаҡтағы биләмәләр, буш майҙандар асыҡ күренеп торасаҡ.
Ҡулланылмай ятҡан ерҙәрҙе файҙаланыуға тапшырыу урындағы бюджеттарҙы тулыландыруға ла булышлыҡ итә. Был законды күптән ҡабул иткән күрше өлкәләр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, һалым күрһәткесе 30 процентҡа артҡан. Ә иң мөһиме ябай граждандарға ер алыу мөмкинлектәре киңәйә. Бынан коррупцияға ла сик ҡуйыласаҡ. Әлегә тиклем урындарҙа ер участкаларын таныш-белештәргә арзанға ғына һатыу күренештәре йыш ҡына күҙәтелеп килде. Депутаттар фекеренсә, был закондың үтәлеше айырым күҙәтеү аҫтында буласаҡ, әгәр үҙгәрештәр биш йылда үҙен аҡлаһа, тағы ла оҙайтыласаҡ. Кире осраҡта инде вәкәләттәр яңынан муниципаль берәмектәр ҡарамағына ҡайтарыласаҡ.
Читайте нас: