Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Октябрь 2020, 12:00

Телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән

Башҡортостанда дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау өсөн 3 миллиард 700 миллион һум бүленә.

Был сығымдар 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Дәүләт программаһы республика ҡаҙнаһынан финанслана. Документ рус телен үҫтереүгә, башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә, шулай уҡ башҡа туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.
Читайте нас: