Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй, уларҙы 50-нән ашыу милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаһы берләштерә. Улар араһында иң ҙуры – «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)». Шулай уҡ Башҡортостан рустары конгресы, «Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы», Башҡортостандың фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы, сыуаш, удмурт, мордва, белорус, йәһүд, поляк, латыш, төркмән, әрмән милли-мәҙәни ойошмалары, украиндарҙың «Кобзарь» милли-мәҙәни үҙәге һәм немецтарҙың «Видергербург» мәҙәни-ағартыу берлеге эшләп килә.
Съезда ҡатнашыусыларҙы видеояҙма аша Ғафури районынан башҡорт халҡы вәкилдәре тәбрикләне, шулай уҡ Краснокаманан – рустар, Бүздәктән – татарҙар, Ҡырмыҫҡалынан – сыуаштар, Мишкәнән – мариҙар, Стәрлетамаҡтан – украиндар, Федоровканан – мордвалар, Тәтешленән удмурттар ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе.