Сара Башҡорт дәүләт университенының роман-герман филологияһы факультеты бинаһы алдында үтте. Иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы тел белгестәре, яҡташтары һәм туғандары ҡатнашлығында Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо.
Ғәббәс Дәүләтшин хәҙерге Һамар өлкәһендә донъяға килә. Ул башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыуға, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес. Башҡорт теленең диалекттары, орфографияһы буйынса мәҡәләләр серияһы баҫтыра, башҡорт мәктәптәре, техникумдары, рабфактары өсөн дәреслектәр төҙөй. Тап мөғәллимлек иткәне өсөн ул 1937 йылда репрессиялана. 1956 йылда тулыһынса аҡлана.