Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Ноябрь 2020, 16:00

Йәнә өйҙән эшләргә күсәбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә предприятиеларға һәм ойошмаларға хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләү режимына күсерергә тәҡдим итте.

«Кемгә бойора алмайым, шуларға ҡағыла: предприятиеларҙың күпселеген ситтән тороп эшләүгә күсерергә кәрәк, айырыуса өлкән йәштәгеләрҙе, хроник ауырыуҙарҙан яфаланғандарҙы. Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был мотлаҡ талап ине», – тип белдерҙе ул бөгөн республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһен өйҙән эшләүгә күсереү тураһында ҡарарҙың
барлыҡ дәүләт һәм башҡа ведомство ҡарамағындағы учреждениелар өсөн мотлаҡ булыуын әйтте.
Хәбиров әйтеүенсә, республикала хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсереү тәҡдим булып тора.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса, пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 10 956 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Һуңғы тәүлектә сирлеләр 93-кә артҡан.
Читайте нас: