Хәтер исемлегенә Бәләбәй районы үҙәк дауаханаһының 66 йәшлек участка терапевты Зулиә Мөхәмәтшинаның исеме лә индерелгән. Ул коронавирусты йоҡторғандан һуң октябрь башында вафат булды. Шулай уҡ Благовещен районы үҙәк дауаханаһының 45 йәшлек анестезиолог-реаниматологы Александр Морозов октябрь башында GOVID-19 вирусының 43-сө ҡорбаны булған.