Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Ноябрь 2020, 16:25

Беҙҙекеләр шулай ул!

Уҙған аҙнала Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде һәм ауыл хужалығы йылына йомҡаҡ яһалды. Ҙур уңыштарға өлгәшкән эшсәндәр төрлө дәүләт наградалары алды.

Улар араһында бәләбәйҙәр ҙә бар. Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев Бшҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменән Бәләбәй алдынғыларын бүләкләне.
«Бәләбәй «Почет билдәһе» орденлы һөт комбинаты» йәмғиәтенең электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү электромонтеры Анатолий Матафонов Башҡортоостан Републикаһы Почет грамотаһы менән бүләкләнде. «Башспирт» йәмғиәтенең Бәләбәй филиалы спирт һаҡлағысы хеҙмәткәре Наталья Горюшина «БР аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Исмәғил Хөснөтдинов «БР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнде.
Читайте нас: