Ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә, һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау 1-5 декабрҙә уҙа, конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү 14 декабрҙә була.
Ҡатнашыусыларҙың эштәре түбәндәге номинациялар буйынса баһалана: «Башҡорт милли кейеме – реконструкция», «Заманса авторлыҡ кейеме», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт кейеме аксессуарҙары».
Ғаризалар «Башҡорт милли кейеме 2020» билдәһе менән tamga.ufa@gmail.com электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)272-36-50.
Сара милли кейемдең үҙенсәлекле ҡиммәттәренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.