Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Ноябрь 2020, 12:00

«Торатау» геопаркының сиктәре билдәләнде

Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында «Торатау» геопаркының сиктәре билдәләнеүе тураһында республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары баҫылған. Документҡа ярашлы, геопарк Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури һәм Мәләүез райондары биләмәләре менән сиктәш.

«Торатау» геопаркының дөйөм майҙаны – 4 мең квадрат саҡрымдан ашыу. Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов һүҙҙәренсә, «Торатау» геопаркы тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһын өсөн юл картаһының 60 пунктын ғәмәлгә ашырырға кәрәк.
«Геопаркта бихисап объекттар, шул иҫәптән этнографик, археологик, тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Бының биләмәне үҫтереренә һәм иң мөһиме – инвестициялар йәлеп итеренә иҫәп тотабыҙ», – ти ул.
Читайте нас: