Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Ноябрь 2020, 12:00

Балалар тағы өйҙән уҡый башлай

Республикабыҙҙа 6-10-сы класс уҡыусылары өйҙән уҡый, тип хәбәр итте республика Башлығы хакимиәте.

9 ноябрҙә көҙгө каникулдан һуң 1-5-се класс уҡыусылары, шулай уҡ ун беренселәр генә мәктәпкә бара.
Аҙ комплектлы мәктәптәрҙә (70 балаға тиклем) бөтәһе өсөн дә уҡыу ғәҙәти форматта дауам итә. Мәктәптәр 22 ноябргә хәтлем ошондай тәртиптә эшләй.
Өҫтәмә белем биреү учреждениелары алдағы ике аҙнала дәрестәрҙе ситтән тороп үткәрә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, СOVID-19-ға бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында уҡыусылар ваҡытынан алда көҙгө каникулға ебәрелде. Балалар 17 октябрҙән ял итә башланы. Уҡыусылар 2 ноябрҙә мәктәпкә барырға тейеш ине. Аҙаҡ каникулды 9 ноябргәсә оҙайтырға ҡарар ителде.
Читайте нас: