Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Ноябрь 2020, 13:00

Көндәр һыуыта

Синоптиктары алдағы өс көндә һауа торошо ниндәй буласағын хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 9 ноябрҙә, республикала болотло һауа торошо көтөлә, көндөҙ аяҙлы-болотло. Көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр, урыны менән тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем етеүе ихтимал.
Һауа температураһы көндөҙ – минус 2, плюс 3 градус.
Шишәмбе, 10 ноябрҙә, йәнә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – минус 2-7, урыны менән 11 градус һалҡын. Көндөҙ – 0 минус 5.
Шаршамбы, 11 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – минус 2-7, урыны менән 11 градус. Көндөҙ – 0 минус 5.
Читайте нас: