Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, был йүнәлеш республиканың ҡунаҡсыл төбәк имиджын булдырыуҙа мөһим элемент булып тора. Әлеге ваҡытта юл буйы сервисын үҫтереүҙең генераль схемаһы булдырыла. Беренсе этапта муниципаль берәмектәр хакимиәттәре тәҡдим иткән 192 участканың 89-ы ғына эш башларлыҡ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар фекеренсә, көн үҙәгендә «ер банкын» тултырыу мәсьәләһе. Юл буйы сервисында ҡатнашыусы инвесторҙар өсөн дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған. 50 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән объекттар өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелә. Урап аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында өҫтөнлөклө исемлек 10 миллион һумлыҡ инвестиция проекттарынан башлана.